Cиноптиктар һауа торошо тураһында хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошо менән таныштырҙы.

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, 21 апрелдә көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Ел төньяҡтан, тиҙлеге секундына 5-10 метрға етеүе ихтимал.

Һауа температураһы көндөҙ +7, +12 градус, республиканың көньяғында +17 градусҡа тиклем.

22 апрелдә яуым-төшөм көтөлмәй, Башҡортостандың көньяҡ райондарында бер аҙ ямғыр яуа. Ел төнъяҡтан, төнъяҡ-көнсығыштан талғын, көньяҡта киҫкен.

Һауа температураһы төндә -3, +2градус. Көндөҙ +9, +14 градус була.

23 апрелдә һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. Яуым-төшөмһөҙ, Башҡортостандың көньяҡ райондарында бер аҙ ямғыр. Ел төнъяҡтан, төнъяҡ-көнсығыштан талғын, көньяҡта киҫкен.

Һауа температураһы төндә -3, +2 градус. Көндөҙ +9, +14 градусҡаса йылыта.