Башҡортостанда ғилми-мәғариф үҙәк ҡарамағындағы алты лаборатория эшләп килә. Улар үҙ эшмәкәрлеген урындағы юғары йорттары нигеҙендә алып бара. Мәҫәлән, Башҡорт дәүләт университетында Яңы материалдар дизайны лабораторияһы бар. Яңыраҡ ҡына улар федераль программа буйынса 20 миллион һумлыҡ заманса электрон микроскоп алған. Ябай оптик микроскоптарҙан айырмалы рәүештә был яңы заманса электрон ҡоролма материалдарҙың иң ваҡ киҫәксәләренә — атомдарына тиклем күрһәтә. Уның ярҙамында химик элементтарҙың 2Д һүрәтен эшләргә мөмкин, ти йәш ғалимдар. Был электрон микроскоп эсенә ете ҡаты материалға тиклем һыя. Ғәйәт теүәл билдәләүсе линза 10 минут эсендә теләһәң ниндәй материалдың тышҡы йөҙөн миллион тапҡыр яҡынайта. Уның ярҙамында хәтерен һаҡлаусы “аҡыллы” материалдар ҙа эшләргә була. Улар инде үҙ сиратында квант компьютерҙарын етештереүҙә ҡулланыла. Әйткәндәй, Башҡорт дәүләт университеты 20 милион һумлыҡ был микроскопты дәүләт ярҙамында алған.Башҡорт дәүләт университетындағы Яңы материалдар дизайны лабораторияһы Евразия ғилми-мәғариф үҙәк ҡарамағындағы ойошмалар базаһында булдырылған. Әйткәндәй, Башҡортостанда Ғилми-белем биреү үҙәге ҡарамағындағы йәмғеһе алты Йәштәр лабораторияһы эшләп килә. Уларҙа, башлыса, студенттар, аспиранттар, йәш ғалимдар эшләй. Проект Башҡортостанда һәм ғөмүмән Рәсәйҙә фәнде үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерер тигән ышаныс ҙур.
Йәш ғалимдарға – яңы мөмкинлектәр
Йәш ғалимдарға – яңы мөмкинлектәр






