Стәрлетамаҡ районында йәшәүсе эшҡыуар татлы һәм файҙалы ризыҡты махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар дауаланған госпиталдәргә ебәргән. Ватанды һаҡларға үҙем дә барыр инем, тик өлкән йәштә булыуым ғына ҡамасаулай, ти умартасы. Бал – һаулыҡ элексиры, тип иҫәпләй Анатолий Долгий. Шуға ла уны хәрби хәрәкәттәр урындарына ебәргәндә умартасының бер генә шарты булған.Ҡораллы көстәрҙең медицина учреждениеларына Анатолий ике тонна бал ебәрергә ҡарарға иткән. Әммә шул тиклем ҙур, ауыр һәм ҡиммәтле йөктө кәрәкле урынға тиклем алып барып еткереү еңелдәрҙән түгел. Шулай ҙа мәсьәлә тиҙ хәл ителде, ти эшҡыуар.4 ноябрҙә татлы дауа тейешле урынға ебәрелгән. Ә балдың ҡалған бер тоннаһы 10 көндән һуң юлға сыҡҡан.Анатолий Долгий милләте буйынса украин булһа ла, Башҡортостанды үҙенең тыуған ере тип һанай. Уның ата-бабалары 1895 йылда Полтаванан күсеп килгән. Анатолий бында тыуған, үҫкән, ғаилә ҡорған. Ике йылдан Анатолий һәм Любовь Долгийҙар алтын туйҙарын билдәләйәсәк. Ғүмер буйына улар иңгә-иң терәшеп йәшәй.Һуңғы ваҡиғалар Долгийҙарҙың да ғаиләһен урап үтмәгән. Әле уларҙың өлкән ейәне махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Анатолийҙың атаһы Ватанды һаҡлауға һәм тергеҙеүгә үҙ өлөшөн индергән.Долгийҙарҙың ғаилә дуҫтары — Николай Яскиндың да яҡындары әле хәрби операциялар барған урында. Ир, шулай уҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнә һәм фронтҡа ярты тонна бал ебәргән.Балдарҙы ебәреүҙә ауыл советы биләмәһе хакимиәте лә әүҙем ҡатнашҡан. Уның башлығы Юлиә Бобер – ирекмән. Уның һөйләүенсә, кешеләр күпләп һалдаттарға посылка ташый. Башлыса, йылы кейемдәр һәм аҙыҡ-түлек килтерәләр.Ә бына Анатолий һәм Любовь Долгийҙар үҙҙәрен ирекмән тип һанамай.Хәрби операция яҡын арала тамамланыр, тип өмөтләнгән изге күңелле ғаилә һалдаттарға нисек тә булһа ярҙам итергә әҙер.
Ике тонна бал – яугирҙарға
Ике тонна бал – яугирҙарға






