Балаларға ярҙам

Балаларға ярҙам

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына төрлө социаль ярҙам күрһәтелә. Балалар баҡсаһында шат йөҙлө балалар төрлө уйын уйнайҙар. Сабыйҙарҙың йөҙҙәрендә тик шатлыҡ, йылмайыу балҡыһын, ти тәрбиәселәр. Был балалар баҡсаһы Затон биҫтәһендәге хәрби ҡаласыҡта урынлашҡан һәм күп сабыйҙарҙың ата-әсәһе хәрбиҙәр, әле 17 баланың аталары махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Был ғаиләләргә республика ярҙам итә. Бушлай өҫтәмә түңәрәктәр һәм балалар баҡсаһына сиратһыҙ урынлаштырыу, шулай уҡ мәктәп уҡыусылары һәм колледж студенттары өсөн дә бушлай ашатыу – махсус операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам саралары ноябрь айында уҡ ғәмәлгә ингәйне. Затон биҫтәһендәге 128-се урта белем биреү мәктәбенең 173 уҡыусыһына төрлө социаль ярҙам күрһәтелә. Шулай уҡ колледж һәм юғары уҡыу йортонда белем алыусыларға ла төрлө ташламалар ҡаралған. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыарҙың балаларына ятаҡта бушлай йәшәү урыны тәҡдим ителә. Колледжда уҡыусылар бюджет урындарына күсә ала йәғни түләүле уҡыуҙы сертификат ярҙамында ҡапларға мөмкин. Ата-әсәләр һәм студенттар тәү сиратта уҡыу урындарына мөрәжәғәт итә. Социаль ярҙам күрһәтеү буйынса ҡыҙыу линия эшләй. Шылтыратыуҙар дүшәмбенән алып йомаға тиклем иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем ҡабул ителә.