Йыл башынан Башҡортостанда 22 кеше һыуға батҡан

Йыл башынан Башҡортостанда 22 кеше һыуға батҡан
  • Йыл башынан Башҡортостанда 22 кеше һыуға батҡан

Улар араһында Стәрлетамаҡтан һәм Көйөргәҙе районынан ике бала ла бар. Балалар йылға һәм күл буйҙарында өлкәндәр менән генә ял итергә тейеш, ә һыу инеү өсөн рәсми пляждарҙы ғына һайларға кәрәк. Башҡортостанда һыу инеү миҙгелендә 63 муниципаль берәмек биләмәһендә 192 рәсми пляж асыла. Был 2024 йылға ҡарағанда 18 пляжға күберәк. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, пляж миҙгеле рәсми рәүештә 1 июндән башлана. Муниципалитеттарҙа һыу инеү миҙгеленә әҙерлек барышы һәм яңы пляждарҙы асыуға бәйле мәсьәләләр даими тикшерелеп тора. Республиканың һыу объекттарында мәктәп каникулдары ваҡытында балалар хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә айырыуса иғтибар бүленә. Быйыл Өфөлә 11 пляж эшләйәсәк, ә быға тиклем 10 ҡомлоҡ ине. Әле уларҙы водолаздар тикшереп, халыҡты ҡабул итеүгә әҙерләй. Ошо хаҡта беҙҙең хәбәрселәр әҙерләгән видеояҙмала.Ғәҙәттә яҙғы ташҡын үтеү менән йылға-күл буйҙарындағы рәсми пляждарҙың төбөн тикшерә башлайҙар. Затон биҫтәһендәге ҡомлоҡта был юлы бер-нисә шыршы ағасы, бетон блогы менән оҙон тимер трос, ауҙар, шешәләр һәм башҡа сүп-сар табылды. Шулай уҡ үҙенсәлекле әйберҙәргә лә юлыға ҡотҡарыусылар.Йылға төбөн тикшерергә көслө ағым һәм һыуҙың бысраҡ булыуы ҡамасаулай. Ҡотҡарыусыны ярҙан хеҙмәттәше абайлап тора. Барлыҡ аралашыу тап шул бау аша бара.Водолаздың эше еңелдән түгел. Болғансыҡ һыуҙа кеше ғүмере өсөн хәүефле әйберҙәрҙе табырға һәм уны өҫкә сығарырға кәрәк. Ҡайһы берендә уны күтәреп тә булмай. Был ваҡытта ярҙамға хеҙмәттәше килә, махсус техника йәлеп ителә, ҡайсы йә бысаҡ ҡулланыла. Бер кислород баллоны сама менән бер сәғәткә иҫәпләнгән. Был ваҡыт оҙонлоғона ҡарап бер-ике пляжды таҙартып сығырға етә. Затон биҫтәһендәге пляжды таҙартҡас ҡотҡарыусылар Аҡъяр ҡомлоғона юллана.Әгәр быға тиклем водолаздар йылғаның төбөнә тиклем тикшерһә, был юлы яр буйын таҙалайҙар. Эш күп булыу сәбәпле уларға тағы ла бер төркөм ҡотҡарыусылар килде. Ҡотҡарыусылар йәй дауамында рәсми пляждарҙа дежур итәсәк. Белгестәр тап уларҙа ғына кеше ғүмере ҡотҡарылып ҡала, тип билдәләй. Күп йыллыҡ тәжрибә күрһәтеүенсә, рәсми ҡомлоҡтарҙа бер кем дә батып үлмәгән. Бындай фажиғәләр башҡа урындарҙа теркәлә.