27 июндән Өфөлә түләүле туҡталҡалар эшләй башлай

27 июндән Өфөлә түләүле туҡталҡалар эшләй башлай
  • 27 июндән Өфөлә түләүле туҡталҡалар эшләй башлай

Быға тиклем ул тест режимында һынау үтте. Парковка урындары күк һыҙат менән билдәләнгән. Йәмғеһе баш ҡала үҙәгендә, 9 урамда 1 мең 118 машинаға иҫәпләнгән парковка урындары әҙерләнгән. Уларҙың кәм тигәндә 10 проценты инвалидтар өсөн тәғәйенләнгән. Машина ҡалдырған өсөн бер сәғәткә хаҡ 40 һум тәшкил итә. Парковка урыны өсөн килеп туҡтағас та, йәки көн дауамында төнгө 12-гә тиклем түләргә мөмкин. Уны ПАРКИНГ02 нөктә ру порталы аша, йә “Горпарковки” мобиль ҡушымта ярҙамында башҡарырға мөмкин. Киске сәғәт 9-ҙан иртәнге 7-гә тиклем һәм ял көндәрендә туҡталҡа бушлай. Ҡағиҙә боҙоусыларға 500 һумдан алып 2 мең ярым һумғаса штраф та ҡаралған.