Радий Хәбиров Владыканы яңы вазифа менән ҡотлап Башҡортостанда меценаттар ярҙамында дини объекттарҙың күпләп төҙөлөүен билдәләне. Өфөлә "Әр-Рәхим" мәсете һәм Воскресенск кафедраль соборы төҙөлөштәре ҡайтанан тергеҙелде.
Епископ, үҙ сиратында, республика башлығына конфессия-ара татыулыҡты һаҡлауға һәм традицион диндәргә иғтибары өсөн рәхмәт белдерҙе.







