Хеҙмәттәшлекте үҫтереү маҡсатында парламент-ара килешеү төҙөргә Запорожье өлкәһе тәҡдим иткән. Әле илебеҙҙең яңы был төбәге үҙ тарихында ауыр осор кисерә. Документҡа яҙғы сессияла ҡул ҡуйылыр, тип көтөлә. Был ваҡиға республиканың һәм өлкәнең төрлө йүнәлештәрҙә үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлегенә нигеҙ һаласаҡ, тине Константин Толкачев. Бынан алдараҡ Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары парламенттары менән килешеүҙәр төҙөгәйне.
Тиҙҙән Башҡортостан менән Запорожье өлкәһе парламенттары араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыласаҡ
Был турала Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев белдерҙе.







