Башҡортостан ташҡын һыуҙарын үткәреүгә әҙерләнә

Быйыл ҡарҙа һыу запасы юғары. Шуға ла ташҡын да көслө булыр, тип көтөлә. Күҙаллауҙарға ҡарағанда, Республикала һауа температураһы тейешле норманан 6 градусҡа юғары буласаҡ. Башҡортостанда 300-ҙән ашыу ауылдың һыу аҫтында ҡалыуы бар.
  • Башҡортостан ташҡын һыуҙарын үткәреүгә әҙерләнә

Был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә һүҙ барҙы. Көн тәртибенә сығарылған мәсьәләләр тураһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибатуллин.

Республикала мосолмандары өсөн төп мәсеттәрҙең береһе – «Әр Рәхим» тиҙҙән үҙ ишектәрен аса. Иман йортонда дини ғәмәлдәрҙе башҡарыу өсөн кескәй зал ҡулланыуға тапшырылырға тейеш. Ошо хаҡта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Бының сәбәптәре лә бар. Өфөлә, мәҫәлән, мәсеттәр аҙ һәм улар намаҙ уҡырға, хәйер-саҙаҡа бирергә теләүселәрҙе үҙенә һыйҙыра алмай.

Яңылыҡтарҙың береһе, әлбиттә, Рәсәйҙә көтөлгән сәйәси кампаниялар. Быйыл Дәүләт Думаһына депутаттар һайлана. Башҡортостан башлығы Радий Фәрит улы билдәләүенсә, фирҡәләр тауыш биреүҙәргә әҙерлек һыҙығында тора.

Һайлауҙар ғына түгел, ә көндәлек мәсьәләләргә лә әҙер булырға тейеш Башҡортостан. Уларҙың береһе- республика ҡала-райондарын тәртикә килтереү. «Шәмбе өмәләренә» халыҡты йәлеп итеү – төп бурыстарҙың береһе, тигән фекерҙә Радий Хәбиров.

Тик «шәмбе өмәләре» түгел, ә юлдарҙағы хәл ныҡ ҡатмарлы бөгөн республикала. Граждандар теге йәки был трассалар, ауыл-ҡалалар шосселарының сафтан сығыуы тураһына йөҙәрләгән мөрәжәғәт әҙерләгән. Быға юл һәм транспорт хужалығы министрының үҙ аңлатмаһы.

Башҡортостан юлдарынан айырмалы, республикала инвестиция сәйәсәте тотороҡло. Концептуаль айырмалыҡ, тигән билдәләмәнең яңы принциптары ла бар, ти вице-премьер Рөстәм Моратов. Башҡортостандың төп капиталына һуңғы йылда 76 процентҡа үҫһә лә, артабанғы маҡсаттар тураһында туҡтамайынса уйларға кәрәк. Амбициоз маҡсат – был йәһәттән триллион һум йәлеп итеү. Радий Хәбиров ошондай бурыстар ҡуя.

Башҡортостандың баһалап бөткөһөҙ йәнә бер потенциалы бар – ул республикала йәшәгән ғаиләләр. 2026-сы йылды субьектта «Ҙур һәм татыу ғаилә йылы» тип иғлан итеү ҙә ошоға бәйле. Ә йылды бер маҡсатта уҙғарыу өсөн программа төҙөлгән. Вице-премьер Руслан Хәбибов әйтеүенсә, йомғаҡлау саралары көнө итеп 21-се декабрь һайланды.

Тик һауа торошона ғына рәсми билдәләнгән даталар, айырым саралар кәрәкмәй. Башҡортостан ҙур ташҡынға әҙерләнә. Республикала, мәҫәлән, һауа температураһының тейешле норманан 6 градусҡа юғарыраҡ булыуы көтөлә. Әгәр, көтөлмәгән хәлдәр килеп тыуһа, Башҡортостанда 300-ҙән ашыу ауылдың һыу аҫтында ҡалыуы бар. Дүшәмбе ултырышында һаулыҡ һаҡлау, торлаҡ коммуналь хужалығына бәйле башҡа оператив мәсьәләләр ҙә ҡаралды.