Хеҙмәттәштәребеҙ — радио алып барыусыһы Әнүәр Байков менән телеоператорыбыҙ Радмир Хәлитов та башҡорт яугирҙарының ураҙа байрамын алғы һыҙыҡта билдәләүҙәрен күрҙе. Был турала тулыраҡ мәғлүмәт киләһе сюжетта.
Өйҙә яугирҙарыбыҙ өсөн туғандарыбыҙ һәм яҡындарыбыҙ доға ҡылған арала, улар ҙа алғы һыҙыҡта Аллаға мөрәжәғәт итә. Уның исеме байрам көнөндә генә түгел, ә утҡа инеү, һөжүм ваҡытында ла яңғырай.Ураҙа байрамы бында, алғы һыҙыҡта, яугирҙар өсөн айырыми әһәмиәткә эйә. Был мәсетте хәрбиҙәр үҙҙәре төҙөгән һәм йыһазландырған. Һаҡлау селтәре менән ҡапланған ябай өй тыуған яҡтарынан йыраҡта булған диндарҙар рухи йортҡа әйләнгән.Яугирҙар окопта кәферҙәр булмай, ти. Хәрби тормош ауырлыҡтарына ҡарамаҫтан, махсус операция зонаһында хеҙмәт итеүсе һалдаттар ураҙа ҡанундарын теүәл үтәй: көндөҙ һыуҙан һәм аҙыҡтан тыйылалар, ә кисен ифтар ойошторалар. Иңгә – иң терәшеп бер береһен һаҡларға өйрәнгән егеттәрҙең һуғыш ҡыҙғанда, ял итеүҙең һирәк минуттарында берҙәмлектәре нығый ғына. Хәрбиҙәргә бығаса булмаған байрам кәйефе кәрәк. Байрам уларҙың рухын нығыта һәм еңеүҙе яҡынайтырға көс бирә. Был мәсеттә лә берәй көндө байрам намаҙы яңғыраясаҡ. Эстән ул тышҡыға ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ һаҡланған.
Әнүәр Байковтан айырмалы, телеоператор Радмир Хәлитов өсөн был сәфәр тәүге тапҡыр. «Маяк» радиоһы алып барыусыһы махсус хәрби операция биләмәһендә йыш була, ирекмән беҙҙең яугирҙарға гуманитар йөк ташый. Луганск халыҡ республикаһындағы һуғыш бармаған ҡалаларҙың береһендә йәшәүселәрҙең бер аҙы ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында күсмәй ҡалған. Нацистар торлаҡ кварталдарын йәшенеү өсөн файҙалана. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, был арканан украин танкыһы һөжүм иткән/ Местные говорят, что из этой арки работал украинский танк. Берәй ваҡыт бында ла тыныс тормош киләсәк... Кеше йәшәмәгән, йәнһеҙ кварталдарҙа әле Дағстандан төҙөүселәр бригадаһы эшләй. Тергеҙелә алғанды тергеҙәләр. Тәҙрә уйымдарын ҡуялар, стеналарҙы яңынан төҙөйҙәр. Беҙҙең коллегалар төҙөүселәргә эштәрендә уңыштар теләп, хушлашҡан мәлдә татлы күстәнәстәр ҡалдырҙы. Яҡташтарыбыҙ ҙа тыуған йорттарынан сәләм ҡабул итте. Башҡорт яугирҙаре өсөн гуманитар йөктә һәр ваҡыттағыса дрондар, уларға кәрәкле комплектлаусы әйберҙәр, ирекмәндәр теккән кейемдәр, тактик рюкзактар, һаҡлаусы селтәрҙәр, бал, сәк-сәк һәм аҙыҡ-түлек бар ине.







