Быйылғы байрам Мөхәммәт пәйғәмбәр өммәтенән булғандар өсөн ҡыуаныс һәм шатлыҡтар менән яңы һынауҙар ҙа алып килде. Мәҫәлән, Фарсы ҡултығындағы ваҡиғалар.
Тапшырыу эксперты, “Ватан” хәйриә фонды етәксеһе Фидан Ғәзизов һүҙҙәренә ҡарағанда, бөгөнгө сәйәси хәлдәргә ыңғай яуаптарҙың тиҙ арала табылырына ышанырға кәрәк.
Фидан хәҙрәт Ғәзизов шулай уҡ Рамаҙан айы осорондағы ифтар табындары тәртибенә лә аныҡлыҡ индерҙе. Бөгөн, күптәр ошондай осрашыуҙарҙы киске тамашаларға әйләндерә. Был дин өсөн хилаф күренеш.
“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир телефоны 8-347-246-26-84, МАХ ҡушымтаһы һандары 8-937-840-24-24.







