Эҙләнеүҙәр иҫке сиркәү зыяраты урынында үткәрелә, өҫтәүенә ауыр төҙөлөш техникаһы ҡулланыла.
Был видео тиҙ арала социаль селтәрҙәрҙә таралып күп кешенең иғтибарын йәлеп итте. Монастырь зыяраты биләмәһендә эшләгән экскаватор ҙа иғтибар үҙәгендә. Ә быныһы видеола күренгән баш һөйәге. Кеше һөйәктәре 2024 йылда, законһыҙ ҡуйылған гараждарҙы һүткәндә табыла. Шул уҡ йылда археологтар ҙа килә.
Был көньяҡ Уралдағы иң боронғо монастырь комплексы биләмәһенең алтынан бер өлөшө, уға 16 быуат аҙағында нигеҙ һалына. Башта Успенск, һуңынан Благовещен монастыры була. Уны ябыуға бер быуаттан ашыу ваҡыт үткән. Был картаға ла 102 йыл самаһы. Бөгөн бында эштәр алып барыла.
Асфальттың һуңғы ҡатламы әле лә урынында. Уны ҡул менән генә алып ташлайҙар. Тәүҙә көрәк ярҙамында ла „тарихҡа үтеп инәләр„, ҡайҙалыр күптән йыйылған сүп ҡатламы, ҡайҙалыр ҡәберҙәр ҙә осрай – был әлбиттә эште әкренәйтә.
Археологик эҙләнеүҙәр июлгә тиклем дауам итәсәк. Табылған бөтә кеше ҡалдыҡтары ла лабораторияға оҙатыла.
Участка шәхси төҙөлөш компанияһына ҡарай, ул археологик тикшеренеүҙәргә заказ биреүсе. Биләмә хужаһы әйтеүенсә, уларҙың һөҙөмтәләренә ҡарап — Өфө епархияһы менән берлектә биләмәне артабан үҫтереү пландары төҙөләсәк. Археологик эштәрҙән һуң өҫтәмә геологик тикшеренеүҙәр ҙә планлаштырыла. Биләмә карст бушлыҡтары менән тулы. Был, әйткәндәй, төҙөүселәрҙең бында ашыҡмай ғына эшләүенең тағы ла бер сәбәбе.






