Өфөлә уҙған “Китап байрам” федераль әһәмиткә эйә. Был турала “Өфө ваҡыты” тапшырыуында студия эксперттары — З. Биишева ис. “Китап” нәшриәтенең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева, БР Милли китапханаһының бүлек мөдире Айгөл Байморатова белдерҙеләр.
Быйылғы сарала бөтә Башҡортостан ҡала-райондары ҡатнашыуы айырым баһаға лайыҡ. Был көндәрҙә муниципаль берәмектәрҙәге барлыҡ китапханаларҙа төрлө саралар үтә. Ә “Китап байрамдың” төп йүнәлеше – илһөйәрлек, тарихи дөрөҫлөкте тергеҙеү.







