Республика алдында торған төп бурыстарҙың береһе алғы һыҙыҡтағы яугирҙәр һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеү. Был хаҡта Радий Хәбиров парламент депутаттары ултырышында белдерҙе. Субъект етәксеһе "ветеран" статусына эйә булыусыларҙың һәммәһенә медицина, реабилитация мөмкинлеген булдырыуҙы айырым билдәләй. Бөгөнгө һүҙебеҙ махсус хәрби операция һәм унда ҡатнашыусыларға бәйле. Студиябыҙ ҡунағы – "Ватанды һаҡлаусылар" фондының социаль координаторы Рәйлә Сабитова.
Иғтибар үҙәгендә - 28.10.2026 Яугирҙарға ярҙам
Башҡортостан махсус хәрби операция зонаһына 2 аҙна һайын гуманитар йөк оҙатырға тейеш.







