Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тамамланды

Тулыраҡ: Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тамамланды

Башҡортостандан 5 меңгә яҡын егет илебеҙҙең Ҡораллы көстәрен тулыландырҙы. Өфө хәрби комиссариатында егеттәрҙең был саҡырылыштағы һуңғы төркөмө хеҙмәт итәсәк урындарына юлланды. Оҙон юлға сығырға әҙерләнгән буласаҡ һалдаттар алдында илде һаҡлау һәм иҫән-һау әйләнеп ҡайтыу маҡсаты тора. Улар тоғро хеҙмәт итергә, алдарына ҡуйылған бурысты үтәргә ант бирҙе. Быйылғы яҙғы хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияһына ғилми ротаға ике кеше һайланды. Улар Воронеж һәм Санкт-Перербург ҡалаларында хеҙмәт итәсәк. Бындай ротаға эләгеү өсөн буласаҡ һалдат юғары белемле, төрлө конкурс, олимпиадала ҡатнашҡан, һәр яҡтан өлгө булырға тейеш. Шулай уҡ Ҡораллы көстәргә китер алдынан теләге булған һәр кемдең резюме ла тултыра алыу мөмкинлеге бар ине.Һалдаттарҙың барыһына ла бер йыл хеҙмәт итеү ҡаралған. Шулай ҙа егеттәргә контракт нигеҙендә ваҡыт арауығын ике йылға тиклем оҙайтыу мөмкинлеге бирелә. Бының өсөн ғариза менән военкоматтарға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Әйткәндәй, артабан хеҙмәт итергә теләгән һалдаттар бихисап. Республикала ил һағын һаҡларға әҙер торған егеттәр һаны кәмемәй. Шулай ҙа, ир-егет бурысын үтәмәүселәр ҙә юҡ түгел. Әрменән ҡасып, закон боҙған граждандар административ һәм енәйәти яуаплылыҡҡа тарттыраласаҡ.