Бөгөн Өфөлә бер уҡыусы һәм уҙған йылда мәктәпте тамамлаусылар информатиканан һынау тотто. Ә географиянан имтихан тапшырырға теләгәндәр булманы. Быйыл Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыуға үҙгәрештәр ҙә индерелгән. 159-сы мәктәптә уҡыусы Арсен Аксаев ғүмерен компьютер һәм ай-ти технологиялар менән бәйләргә уйлай. Быйыл 15 йәшлек үҫмер 11-се класты тамамлай. Вундеркинд алдан имтихандарын тапшырып, Германиялағы юғары уҡыу йортона уҡырға инергә йыйына. Сөнки, унда документтар яҙын ҡабул ителә. Быға тиклем Берҙәм дәүләт имтихандары һорауҙарын конвертта алып килеп, аудиторияла асалар ине. Быйылдан бер аҙ үҙгәрештәр бар. Хәҙер, комиссия ағзаларына диск килтерелә.Һуңынан диск компьютерға ҡуйыла һәм билдәле бер ваҡытта ғына уны асырға мөмкин. Имтиханды бер генә уҡыусы тапшырһа ла, барлыҡ комиссия ағзалары тулы составта эшләй. Именлек саралары ла күрелә.Ғәҙәттә Берҙәм дәүләт имтихандарын спортсылар, һынау иртә башланған уҡыу йортона уҡырға инергә теләгән уҡыусылар, уҙған йылдағы һөҙөмтәләрен яҡшыртырға теләгәндәр йә ҡайҙалыр сәфәргә йыйынғандар алдан тапшыра. Берҙәм дәүләт имтихандарын алдан тапшырыу этабы 11-се апрелгә тиклем дауам итә. Бөгөн Өфөлә 11-се класс уҡыусыһы һәм мәктәпте уҙған йылда тамамлағандар информатика буйынса һынау тотто. 23-сө мартта рус теленән 8 кеше, 26-сы мартта 3 бала тарих фәненән Берҙәм дәүләт имтиханы тапшыра.
Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтихандарын алдан тапшырыу этабы башланды
Тулыраҡ: Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтихандарын алдан тапшырыу этабы башланды