Баш ҡалала оло йәштәге иргә ҡыйыҡтан боҙ төштө

Тулыраҡ: Баш ҡалала оло йәштәге иргә ҡыйыҡтан боҙ төштө

Зыян күргән 59 йәшлек ир Өфө дәүләт авиация университетында уҡыта. Ваҡиғанан һуң Совет районының торлаҡ хужалығы идаралығы хеҙмәткәрҙәре ҡыйыҡтарҙы яҡшылап таҙарта башлай. Идаралыҡ етәкселеге иһә боҙ кондиционерҙан төшкән тип белдерә. Зыян күреүсе полицияға мөрәжәғәт итте.