Башҡортостанда аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән беренсе класс уҡыусылары бушлай мәктәп кәрәк-яраҡтары аласаҡ. Республика Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары был хоҡуҡты ҡанун менән нығытты. Һуңғы өс йылда мәктәп кәрәк-яраҡтары республика Хөкүмәте бойороҡтары нигеҙендә бүленеп килде. Уҙған йылда 19 миллион һумдан ашыу суммаға һигеҙ меңдән ашыу балаға ярҙам күрһәтелде. Закон 2018 йылдың 1 сентябренә аҙ тәьмин ителгән ишле ғаиләләрҙән беренсе класс уҡыусыларына бушлай мәктәп тауарҙарын биреүҙе гарантиялай.
Ишле ғаиләләрҙән беренсе класс уҡыусыларына бушлай мәктәп тауарҙары биреләсәк
Тулыраҡ: Ишле ғаиләләрҙән беренсе класс уҡыусыларына бушлай мәктәп тауарҙары биреләсәк