Ауыл хужалығы эшсәндәре ҡояшлы һәр көндөң ҡәҙерен белеп етәрлек күләмдә ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләп ҡалырға тырыша. Ауырғазы районы республикала тәүгеләрҙән сенаж һалды. Баҫыуҙарҙа сәсеү эштәре тамамланып та өлгөрмәне мал аҙығы әҙерләү ҙә башланды. Көндәрҙең һыуыҡ һәм ямғырлы булыуы сәбәпле, быйыл йәшел үлән ғәҙәттәгенән 2-3 аҙнаға һуңыраҡ өлгөрҙө. Шуға ла тәжрибәле аграрийҙар сенаж, бесән әҙерләүҙе тиҙләтергә саҡыра. Райондың иң ҙур хужалыҡтарының береһе- “Уңыш” коопертивы быйыл 2 мең 160 баш малға 13 мең тонна сенаж әҙерләгән. Был үткән йылдағынан аҙыраҡ. Сенаж һалыу менән бер рәттән бөгөн тағы ла бер бурыс, бесән хәстәрләү. Көндәр аяҙға тартыу менән ауыл хужалығы эшсәндәре мал аҙығын туплауға ныҡлап тотонорға ниәтләй. Әлегә иһә был кампания республиканың бер-нисә районында ғына бара. Республиканың ауыл хужалығы министрылғынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл һәр хужалыҡ бер баш малға 30 центнер ҡаты һәм һутлы мал ризығы тупларға бурыслы. Башҡортостан хужалыҡтарына быйыл да йәшел ураҡ кампанияһы ваҡытында ҡатмарлыҡтар менән осрашырға тура килә. Яҙҙың ямғырлы булыуы арҡаһында үләндәр һуңлап өлгөрҙө. Тап шуға күрә, республиканың ауыл хужалығы министрлығы бөтә көстө мал аҙығы әҙерләүгә йүнәлтеүгә саҡыра. Йәшел ураҡ кампанияһының тәүге һөҙөмтәләре ошо көндәрҙә билдәле буласаҡ.
Башҡортостан хужалыҡтарында ҡыҙыу осор
Тулыраҡ: Башҡортостан хужалыҡтарында ҡыҙыу осор