Был дата рәсми рәүештә 2000 йылдан билдәләнә.
Әммә уның тарихы 18-се быуатҡа барып тоташа. 1701 йылдың 8-се июнендә Петр Беренсе ярлылар, сирлеләр һәм оло йәштәгеләр өсөн тәүге дәүләт йорто ойоштороу тураһындағы Указға ҡул ҡуя. Социаль хеҙмәткәрҙәр пенсионерҙарға, инвалидтарға, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға – ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә ярҙам итә. Бөгөн республикала социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендә 3 меңдән ашыу кеше эшләй.