Дәүләкән һабантуйында ,,Берҙәмлек,,

Тулыраҡ: Дәүләкән һабантуйында ,,Берҙәмлек,,

„Берҙәмлек„ фестивале ҡунаҡтары Дәүләкән районы һабантуйында ла ҡатнашты. Көньяҡ Африка Республикаһы, Һиндостан, Бразилия, Ҡытай, Тажикстан, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан ҡунаҡтары милли аш-һыуҙы тәмләп, һабантуйҙың бәйгеләрен дә ҡараны.

Хәбәрсе Көнъяҡ Африка Республикаһы вәкилдәре беренсегә сәк-сәк, ҡаҙыллыҡ, ҡымыҙ кеүек милли аш-һыуҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тәмләй. Бразилия артистары иһә башҡорт инәйҙәре менән ҡулға-ҡул тотоношоп, дәртле көйгә бейергә төштө. Һәр халыҡтың милли музыка ҡоралдары, бейеү хәрәкәттәре ҡушылып, дуҫлыҡ бейеүендә өйрөлдө.

Дәүләкән ере тәү тапҡыр күп һанлы сит ил вәкилдәрен ҡаршылай. Ә ҡунаҡтар үҙ сиратында беренсегә башҡорт һабантуйында ҡатнашып, милли ризыҡтарҙан ауыҙ итеп, башҡорт көйҙәренә бейене.

Район өсөн быйылғы һабантуй шатлыҡлы ла, шул уҡ ваҡытта яуаплы ла сара. Сөнки тап уның аша сит илдәр дөйөм республиканың мәҙәниәте менән таныша.

Бер сәхнәлә Иран, Һиндостан, Төркиә, Ҡытай, Тажикстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан илдәренән һәм Рәсәй төбәктәренән килгән ижади коллективтар сығыш яһай. Тамашасылар сәхнәнән күҙен алмай, сығыш яһаусыларҙың һәр хәрәкәтен күҙәтеп, һәр һүҙен йотлоғоп тыңланы.

Быға тиклем Һинд, Ҡытай бейеүҙәрен телевизорҙан ғына ҡарап, был дәүләттәр мәҙәниәте менән һоҡланыусы яҡташтарыбыҙға хәҙер ошо бейеүҙәрҙә үҙҙәренең дә ҡатнаша алыуы күңелдәргә хуш килде. Ә иҫтәлеккә төшкән фотоһүрәттәр мәртәбәле сараның хис-тойғоларын оҙаҡ йылдар һаҡлаясаҡ. Байрамды Рәсәйҙең, ШОС һм БРИКС илдәренең фоторәссамдары лә объективтары аша күҙәтте. Тап уларҙың күҙҙәре менән бөтә донъя Башҡортостан менән танышасаҡ.

Алыҫ илдәрҙән килгән ҡунаҡтар бындай байрамды тәүгегә күрһә, сиктәш республикалар һабантуйҙа үҙҙәренең милли байрамдары менән оҡшашлыҡтар тапты.

Тирмәләрҙең һәр береһе – асыҡ һауалағы музей төҫлө. Бында сит ил ҡунаҡтары халҡыбыҙҙың үҙенсәлекле милли йолалары, халыҡ уйындары, кәсептәре менән танышты.

Дәүләкән ҡалаһы эргәһендәге киң аҡлан ысын мәғәнәһендә милли мәҙәниәттәр майҙанына әүерелде. Милләтең, ниндәй телдә һөйләшеүең-мөһим түгел, сөнки байрам халыҡтар дуҫлығына нигеҙләнде. Ихлас йылмайыу, йылы ҡараш, яҡшы кәйеф, дуҫлыҡ мөнәсәбәттәренә үрелеп барған байрамдан сит ил ҡунаҡтары илһамланып, мотлаҡ тағы ла Башҡортостанға киләсәктәрен белдерҙе.