Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе 75 йәшлек Әхмәтсафа Әхмәтов ГТО нормаларын бер ҡыйынлыҡһыҙ тапшыра ала

Тулыраҡ: Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе 75 йәшлек Әхмәтсафа Әхмәтов ГТО нормаларын бер ҡыйынлыҡһыҙ тапшыра ала

ГТО нормаларына ярашлы, 70 йәш һәм унан өлкәндәр 3 километрҙы урыны-урыны менән атлап йә яйлап йүгереп үтергә, ултырғысҡа таянып ҡулды бөгөп кире күтәрелергә, арҡаға ятып тәндең урта өлөшөн өҫкә күтәрергә, торған килеш алға бөгөлөп, ҡулдар менән аяҡ осона тейергә, саңғыла 3 саҡрымға йүгерергә һәм 25 метрға йөҙөргә тейеш. Әхмәтсафа Әхмәтов иһә йәш сағынан спорт менән мауыҡҡас, үҙ йәшенә билдәләнгән ГТО нормаларын ғына түгел, хатта йәштәрҙекен тапшыра ала.

Әхмәтсафа Әхмәтов һуңғы йылдарҙа ауыр атлетика менән мауыға. Көн дә иртән торғас гер күтәрә. Һуңынан көнкүреш эштәре менән булып алғас, күнекмәләрен йәнә башлай.

75 йәшлек олатай урындан 1 метр 35 сантиметр арауыҡҡа һикерҙе. Иҙәндән ҡулдары менән 30-ҙы күтәрелде. Ә ҡыҫҡа арауыҡҡа йүгереүҙе 14 секундта үтте. Сәләмәт тормошҡа ынтылыу миңә ҡартаймаҫҡа ярҙам итә, ти Әхмәтсафа Әхмәтов.

Йәш сағында Әхмәтсафа Әхмәтов буласаҡ тормош юлдашы Финә менән тап спорт арҡаһында таныша. Йәш ҡыҙ мускулдары уйнап торған егеткә тәү күреүҙән ғашиҡ була. Финә Әхмәтова бабайының спорт менән шөғөлләнеүен хуплап ҡына тора.

Әхмәтсафа Әхмәтов ҡул көрәше менән дә шөғөлләнә. Ул район ярыштарында призлы урындар яулай. Ҡул көрәшендә олатай ололарға ғына түгел, йәштәргә лә һыр бирмәй.