Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты табиптары күҙ ауырыуҙарын дауалауҙа яңы ысул ҡуллана башланы

Тулыраҡ: Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты табиптары күҙ ауырыуҙарын дауалауҙа яңы ысул ҡуллана башланы

Ортокератология терапияһы күреү һәләтен 100 процентҡа яҡшырта, ти табиптар. Төн эсендә күреү һәләтен ҡайтарыу. Хәҙер Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты табиптары был хыялды тормошҡа ашыра. Һүҙ ортокерратологик линзалар хаҡында. Насар күреүселәр был ысул ярҙамында көн дауамында күҙлекһеҙ һәм линзаһыҙ яҡшы күрә аласаҡ. Тик бер шартты үтәү мөһим — ортокератологик линзаларҙы һәр төн, йәки төн аралаш кейеү мотлаҡ. Алина Ғәлиева яңы быуат линзалары хаҡында ишеткәс, кисектермәйенсә, институтҡа мөрәжәғәт итә. Сөнки операцияһыҙ, йоҡо ваҡытында күреү һәләтен яҡшыртыу мөмкинлеге бик тә уңайлы, ти ҡыҙ. Тәүҙә табиптар пациенттың күреү һәләтен тикшерә. Аҙаҡ шәхсән уға ғына тура килгән линзаны һайлап, кейеп ҡарарға тәҡдим итә. Пациент был линзалар менән бер сәғәт тирәһе күҙҙе йомоп ултырғас, тағы ла диагностика үтергә кәрәк. Һөҙөмтәләр ыңғай булһа, ортокератологик линзаны ҡулланырға рөхсәт бирәләр.

Яҡындан күреү һәләтен юғалтҡан балалар өсөн дә был яңы ысул отошло. Тик дауаланыу процедураһы ата-әсәләре күҙәтеүе аҫтында. Өфө ғилми-тикшеренеү институты ҡулланған яңы ысулды унлап кеше үҙендә һынап ҡараған. Улар араһында Насиповтар ғаиләһе лә бар. 5 класты ғына тамамлаған Гөлназдың күреү һәләте йылдан йыл насарая.

Әле илебеҙҙең бер-нисә клиникаһы ғына ортокератологик линзаларҙы һайлау менән шөғөлләнә. Сөнки был ысул күп сығымдар һәм ваҡыт талап итә.