Башҡортостан статистика мәғлүмәттәре буйынса май айында республикала инфляция кимәле 100,2 процентҡа тиңләшкән. Рәсәйҙәге менән сағыштырғанда был 0,2-гә кәмерәк. Үткән йылдың ошо арауығындағы күрһәткестәргә ҡарағанда иһә хаҡтар Башҡортостанда 14,7, Рәсәйҙә 15,8 процентҡа артҡан. Ҡайһы бер тауарҙарға майҙа хаҡтарҙың төшөүе лә билдәләнгән. Томат, ҡыяр 15-20, йомортҡа – 11,8, виноград – 6,8, әфлисун – 3, банан – 2,6 процентҡа арзанайған. Шәкәр, бойҙай оно, дөгөн, макарон аҙыҡтары, һөт ризыҡтарының ҡайһы бер төрҙәренә лә хаҡтарҙың бер ни тиклем көмеүе күҙәтелгән.
Һуған, кәбеҫтә, кишерҙең килограмы ҡиммәтләнә төшһә, һуңғы аҙнала уларҙың хаҡы төшә башланы. Республиканың сауҙа буйынса дәүләт комитеты ҡара сәй һәм көнбағыш майына хаҡтарҙың бер ти тиклем күтәрелеүен билдәләй. Ғөмүмән, республика буйынса май айында аҙыҡ-түлеккә хаҡтар 0,1 процентҡа кәмегән, ә сәнәғәт тауарҙарына 0,3 процентҡа артҡан. Волга буйы федераль округ төбәктәре буйынса хаҡтар индексы 99,9-ҙан 100,5 процентҡа тиклем. Үткән йылдың декабре менән сағыштырғанда хаҡтар артыуының иң юғары кимәле Ульяновск өлкәһендә, иң түбәне Татарстан республикаһында билдәләнгән.