Рәсәй трейдерҙары донъя баҙарында иран нефтен һатасаҡ. Ҡара алтын һатыуҙан килгән аҡсаға Иран рәсәй тауарҙарын һатып алырға ниәтләй. Хәбәр ителеүенсә, сауҙанан беҙҙең ил табышы әллә ни ҙур булмаясаҡ, әммә сәйәси яҡтан уның әһәмиәте баһалап бөтөп булмай ти белгестәр.
Киев Донецк халыҡ республикаһына һөжүм итергә әҙерләнә. Был турала республиканың оборона министрлығы вәкиле Эдуард Басурин белдергән. Әле Киев яғынан Донецкийҙың ҡайһы бер райондары утҡа тотола. Ҡалала йәшәүселәр тимер юл вокзалы биләмәһендә снарядтар шартлауы тураһында хәбәр итә.
Көньяҡ Кореяла короновирустан һәләк булыусылар 7 кешегә артҡан. 95 кеше үлемесле сирҙе йоҡторған. Хакимиәттәр ашығыс саралар күрә. 2 мең мәктәп һәм балалр баҡсаһы ябылған, күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы саралар тыйылған. Короновирусты икенсе типик булмаған пневмония тип атайҙар. Уға ҡаршы вакцина ла, дарыу ҙа юҡ.
ФИФА 2018-се һәм 2022-се йылдарҙа Рәсәй һәм Ҡатарҙың футбол буйынса донъя чемпионатын үткәреүгә хоҡуҡ алыуын ғәҙел тип иҫәпләй. Был турала федерация иғлан иткән махсус белдереүҙә әйтелә. Быға тиклем ФиФА-ның аудит комиссияһы рәйесе Доменик Скалара ришүәт алыу асыҡлана ҡалһа, Рәсәй һәм Ҡатар турнирҙарҙы үткәреү хоҡуғы бирелмәйәсәк тип хәбәр иткәйне.