Башҡортостанда агротуризм үҫеше

Тулыраҡ: Башҡортостанда агротуризм үҫеше

Башҡортостанда үҙенсәлекле тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡылар күп. Тәбиғи һәм рекреацион шарттарҙың булыуы халыҡтың ялын ойоштороу һәм туризмды үҫтереү өсөн ҡулай. Шулай ҙа туризмды республикала үҫешкән тармаҡ, тип атап булмай. Башлыса экологик һәм этнотуризмға иғтибар ҙур. Ә агротуризм яҡын киләсәктә үҙләштерелергә тейеш яңы тармаҡтар иҫәбендә. Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығы 2010 йылға тиклем туристар өсөн ябыҡ ине. Рәсәй Думаһы тарафынан ҡурсаулыҡ сиктәрендә экотуризмдың бер төрө — танып белеү туризмын үҫтереүгә рөхсәт бирелгәс, халыҡты ҡабул итеү, ял өсөн шарттар тыуҙырыу һәм ҡурсаулыҡтың территорияһын матурлау өҫтөндә эш йәнләнә төшә. Алтайҙан килтерелгән маралдар үрсетеүгә һәм туристик маршруттар төҙөүгә айырыуса иғтибар бирелә. Урта быуаттың күренекле ғалимы энциклопедист Әл-Бируни IX быуатта уҡ Башһырт тауҙары хаҡында яҙып ҡалдырған. Тап шулай тип аталған туристик һуҡмаҡты ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре ғалим төшөргән тарихи-этнографик картаға таянып төҙөй. “Башһырт”тан башҡа тағы ла биш төрлө туристик һуҡмаҡ бар бында. Шуларҙың береһе Буранбай сәсәндең яҙмышы менән бәйле. Милләтебеҙҙең Себергә һөргөнгә оҙатылған ир-егеттәре, ысынында иһә, Урал тауҙарындағы хром рудаһы ятҡылыҡтарын эшкәртеүҙә ҡатнашҡан. Башҡорт ҡурсаулығы территорияһында улар ҡаҙған шахталар һәм шурфтар һаҡланған. Бөрйән районының тәбиғәте агротуризмды үҫтереү өсөн дә мөмкинлектәрҙе киңәйтә. Башҡортостандың төп тарихи ҡомартҡыларын күрергә килеүсе туристар ерле халыҡтың йәшәйеше менән дә таныша алырға, ауыл шарттарында йәшәп ҡарау мөмкинлегенә эйә булырға тейеш. Был юҫыҡта эшләй башлаған “Олоғужан” туристик туҡталҡаһының эшәмәкәрлеген хәҙер уңышлы өлгө,тип баһаларға мөмкин. Бында туҡтаған туристар үҙҙәре ҡыуыш ҡороп та, уңайлыҡтары булған ауыл өйҙәрендә лә йәшәй ала. Туҡланыу мәсьәләһен дә хужалар ыңғай хәл иткән. Шулай ҙа үҙенсәлектәре өсөн туҡталҡаға әлегә бик һирәктәр ял итергә килә. Ағиҙелдә йөҙөү өсөн кәмәләр, катамарандар, башҡа кәрәк-яраҡтар, спорт майҙансыҡтары һәр ваҡыт ҡунаҡтарҙың мәнфәғәтендә. Тарихи урындар, таҙа һәм күркәм тәбиғәт, саф һауа – былар барыһы ла туристарҙы ҡыҙыҡтыра. Шулай ҙа, уларҙы ҡабул итеү һәм ялын ойоштороу юҫығында эшләнәһе эштәр әлегә бихисап.