Уларға республика башлығы Рөстәм Хәмитов юғары наградалар тапшырҙы. Залда төрлө өлкәләрҙә хеҙмәт иткән һөнәр эйәләре йыйылған. Оҙайлы йылдар тыуған иленә хеҙмәт иткәне, егәрлелеге өсөн уларҙың һәр береһе лайыҡлы баһа алды. Рөстәм Зәки улы фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн һәр кемгә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Бүләкләнеүселәр ҙә үҙ сиратында киләсәктә тағы ла тырышып эшләргә, йәш быуынды үҙ артынан әйҙәргә һүҙ бирҙе. Бөгөн бүләкләнеүсе егерме өс ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙҙың һәр береһе тәжрибәле белгес. Хеҙмәт юлы ун биш йылдан да кәм булмаған, эшендә абруй ҡаҙанған, үҙенең өлгөһөндә тағы ла бихисап йәш белгестәрҙе тәрбиәләп, киләсәккә алмаш әҙерләр кешеләр улар.Дәрәжәле исемгә лайыҡ булыусылар араһында танылыу яулаған актриса, яңыраҡ ҡына оло юбилейын билдәләүсе Тәнзилә Хисамова ла бар. Башҡотостандың атҡаҙанған элемтәсеһе исемен алған Гөлнур Сәфәрғәлина әйҙәүсе инженер. Үҙен был һөнәргә алып килеүсе әсәһенә рәхмәтле булыуын белдерҙе.Осрашыу һуңында төбәк башлығы алдынғы хеҙмәткәрҙәрҙе киләсәктә лә шулай ең һыҙғанып эшләргә, үҙҙәренең миҫалында үҫеп килеүсе быуынға ҡул һәм аҡыл көсө менән республиканы үҫтереүҙә өлгө булырға саҡырҙы.
Бөгөн Өфөлә хеҙмәт алдынғылары тәбрикләнде
Тулыраҡ: Бөгөн Өфөлә хеҙмәт алдынғылары тәбрикләнде