Рәсәй коммунистар партияһы депутаттары төркөмө Дәүләт Думаһы ҡарамағына „Умартасылыҡ тураһында„ федераль закон проектын тәҡдим итте. Парламенттың түбәнге палатаһы документты быйыл яҙғы сессия тамамланғансы тикшерергә тейеш. Риф Ғимәлетдин улы 20 йылдан ашыу тик умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Ошо арауыҡ эсендә бал кәсебенең бар нескәлектәрен өйрәнеп, бөжәктәрҙең хатта кәйефен асыҡларға күнеккән. Умартасы эшен ҡәҙимге көн менән ялға бүлеп ҡарамай Шәүәлиеәтар. 16 йәшлек Ринат та умартасылыҡҡа әүәҫ. Шәүәлиевтар 100 умартанан йыл һайын 2 тонналап бал һурҙыртып ала. Республика кимәлендә күрһәтелгән дәүләт ярҙамынан башҡа эшләүе еңел түгел. Бөгөн балды һатыу мәсьәләһе киҫкен тора, ти умартасы.1969-сы йылда умартасылыҡ совхозы ойошторолғандан алып был кәсеп Түбәнге Ләмәҙ ауылы халҡының яратҡан шөғөлөнә әүерелгән. Әлеге көндә 80 кеше өсөн йорт бөжәктәрен үрсетеп, бал һатыу төп килем сығанағы. Иглин районының умартасылар йәмғиәте рәйесе Фәнил Ғәлләметдинов әйтеүенсә, улар тармаҡ эшмәкәрлегенә ҡағылышлы яңылыҡтар менән даими ҡыҙыҡһынып тора, яңы тәҡдим ителгән закон проекты хаҡында ла инде хәбәрҙар.Быйыл апрель айында Рәсәй умартасылары парламент вәкилдәре менән осрашыуҙа күсереп килтергән ҡорттар мәсьәләһен күтәреп, уларҙың уртарус бал ҡорто генофондына хәүеф менән янауын билдәләгәйне. Рәсәй коммунистар партияһы тарафынан тәҡдим ителгән закон проекты ошо һөйләшеү һөҙөмтәләре нигеҙендә лә барлыҡҡа килде. Партияның Башҡортостан бүлексәһе секретары Юнир Ҡотлоғужин белдереүенсә, умартасылыҡ тураһында федераль кимәлдәге закон бөгөн тармаҡтың башҡа көнүҙәк мәсьәләләрен дә хәл итергә тейеш. Яңы закон проекты Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәре, шул иҫәптән беҙҙең республикала ла эшләп килгән документтарға ҡаршы килмәй, киреһенсә, урындарҙа тупланған тәжрибә һөҙөмтәләре нигеҙендә тәҡдимдәр индерелә. Умартасылыҡ тураһындағы закон проекты бал һәм тармаҡтың башҡа төр ризыҡтарын дәүләт ихтыяждары өсөн һатып алыу, умартасыларҙың бал ҡорттарын фермерҙар менән берлектә баҫыуҙа файҙаланыу, үҫемлектәр өсөн һәм ҡоротҡостарға ҡаршы химик матдәләр ҡулланыуҙы сикләү, бал ризыҡтарының сифатын тикшереү, ялған бал һатыуҙы иҫкәртеү кеүек һәм умартасылыҡ тармағының эшмәкәрлеген көйләүсе башҡа мөһим ҡағиҙәләрҙе рәсмиләштерә.Эшмәкәрлегендә дәүләт ярҙамын тойған Башҡортостан умартасылары ла Рәсәй кимәлендә ҡабул ителәсәк закон проектын ҙур өмөттәр менән көтә.
Тиҙҙән умартасыларҙың эшмәкәрлеген көйләүсе махсус ведомство ойошторола
Тулыраҡ: Тиҙҙән умартасыларҙың эшмәкәрлеген көйләүсе махсус ведомство ойошторола