ШОС һәм БРИКС саммиттары алдынан Өфөлә өр яңы ҡунаҡхана һәм ресторандар асылып халыҡ өсөн яңы эш урындары барлыҡҡа килде

Тулыраҡ: ШОС һәм БРИКС саммиттары алдынан Өфөлә өр яңы ҡунаҡхана һәм ресторандар асылып халыҡ өсөн яңы эш урындары барлыҡҡа килде

Бөгөн башҡаланың халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә эш урындары йәрминкәһе ойошторолдо. Сит илдән килгән абруйлы ҡунаҡтарҙы юғары кимәлдә ҡаршы алыу һәм хеҙмәтләндереү саммиттың эшлекле өлөшөн тейешле кимәлдә ойоштороу кеүек үк яуаплы бурыс. Был йәһәттән тәү сиратта алсаҡ администраторҙар, көләс менеджерҙар кәрәк, ти «Holiday Inn» ҡунаҡханаһы вәкилдәре. Халыҡ-ара аралашыу сараһы булараҡ инглиз телен белеү төп талап, тигән киң таралған фекергә килгәндә иһә, ул ашхана өлкәһендә эш эҙләүселәргә ҡағылмай.