Мәҙәни учреждение альтернатив хеҙмәт буйынса махсус исемлеккә индерелде. Тик, театрҙа ваканциялар бик аҙ буласаҡ, тип күҙаллана. Армияға саҡырыусыларҙың һирәктәре генә альтернатив хеҙмәтте һайлай. Быйыл, мәҫәлән, 4 егеттең ошондай теләге ҡәнәғәтләндерелгән. Армияға дөйөм контингенттың яртыһынан күбеһе оҙатылған. Башҡортостан хәрби коммиссары Анатолий Балтинский билдәләүенсә, ҡайһы бер райондарҙа ғәскәрҙәргә призывниктарҙы тиҙ арала ебәреү буйынса проблемалар бар. Әле республиканан 3 мең егет үҙәк, көнсығыш, көнъяҡ, һәм көнбайыш хәрби округтарының ғәскәрҙәренә оҙатылған. Улар урындарҙа хәрби ант бирә һәм хеҙмәтен башлай. Көнбайыш хәрби округына ғына иң күп призывник ебәрелгән. Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры Рөстәм Мәрҙәнов менән осрашыуҙа Анатолий Балтинский йәштәрҙе армияға оҙатыуҙа өҙөклөктәр юҡ, тип белдерҙе. Быйыл хәрби комиссариаттарға тиҫтәләгән егет килмәгән. Уларҙың 21-нә ҡарата хоҡуҡ һаҡлау органдарына тапшырыу өсөн материал тупланған.
Хеҙмәткә саҡырыусылар теләге буйынса Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында альтернатив хеҙмәт үтә ала
Тулыраҡ: Хеҙмәткә саҡырыусылар теләге буйынса Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында альтернатив хеҙмәт үтә ала