Дыуан районы Мөлкәт ауылында тыуып үҫкән Рахманғоловтар тамырҙарын барларға йыйылды

Тулыраҡ: Дыуан районы Мөлкәт ауылында тыуып үҫкән Рахманғоловтар тамырҙарын барларға йыйылды

Йәмле йәй етеү менән республиканың бик күп ауылдарында халыҡ байрамына әүерелгән Шәжәрә байрамдары ойошторола башланы. Рәмилә Рахманғолова үҙенең ете быуын шәжәрәһен белә. Шәжәрә ағасын ул атаһынан, башҡа өлкән туғандарынан һорашып төҙөй, был эшкә бер туған һеңлеһен дә йәлеп итә. Шулай итеп, балалар һәм ололар ҡасандыр йыйын йыйып, ырыу ҡотон һаҡлауға, туғанлыҡ ептәрен тергеҙеүгә өлгәшә.Байрамдың рәсми өлөшө Арый ауылы мәктәбенең сәхнәһендә башланды. Шәжәрәң юҡ икән – төҙө, төҙөһәң – өйрән, өйрәнһәң – нәҫелдәреңә тарат, тип өндәүсе Рахманғоловтар тоҡомо йыр-моңға маһирлыҡтарын күрһәтте. Телде, рухты һаҡлап ҡалыуҙа милли мәҙәниәттең ҙур урын биләүен күрһәтте.Илгиз, тормош иптәше Илүзә менән былтыр “Байыҡ” республика бейеү бәйгеһендә гран-при яулаусылар. Тоҡомдоң ғорурлығы – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Раяф Ғәйнетдинов та байрамдан ситтә ҡалмаған. Дәрәжәле хәрбиҙәрҙең, фән һәм мәҙәниәт даирәһендә уңыш ҡаҙанған туғандарҙың, төрлө өлкәләрҙә маҡталып хеҙмәт иткән тоҡомдаштарҙың осрашыуы — ырыуҙың Ағинәйе – Зәлифә Сисанбай ҡыҙының теләге.Байрам хөрмәтенә Әнйәк йылғаһы буйына тирмә ҡоролдо. Уйындар уйнап, йырҙар йырлап, самауырҙы йыҡҡансы сәй эсеп аралашыу һәр кеменә танһыҡ ине. Ике йөҙ йылдан ашыу тарихы бар Мөлкәт ауылында тыуып үҫкән аҫаба башҡорттар нәҡ ошо көндә тыуған ерендә, нәҫел тамырҙарын һанлап, туғанлыҡ тойғоларын кисереүҙәренә һөйөндө. Нәҫел-нәсәпте барлағанда борондан ололарҙың иңенә ике бурыс йөкмәтелгән: беренсенән, быуындар бәйләнешен булдырыу, икенсенән, тыуғандар араһындағы никахтарға юл ҡуймау. Мөлкәт ауылы халҡы беренсе тапҡыр шәжәрә байрамын үткәреп ошо ике бурысты атҡарыуға юл асты.