Украина буйынса контакт төркөмө һәм уның сиктәрендә ойошторолған төркөмдәр Минскта осрашып Донбасстағы вәзғиәтте көйләү юлдарын тикшерәсәк. Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавров белдереүенсә, бер-береңде ғәйепләгәндән һуң, өҫтәл артына ултырып һөйләшеүҙәре бик ҡыйын.
Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте БРИКС илдәренең йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы халыҡ-ара конференцияһын үткәрәсәк. Эбола киҙеүе миҫалында БРИКС илдәрендә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү уның төп темаһы булыр тип көтөлә.
Японияла ҡояш һуғып 780 кеше дауаханаға һалынған. Әле бында көндәр бер аҙ һалҡынайған. Ямғырҙар яуа башлаған. Илдең метеорология агентлығы күҙаллауҙары буйынса, һыу баҫыу һәм ер ишелеү ихтималлығы ҙур.
Ҡушма Штаттар Европала бишенсе быуын истребителдәрен урынлаштырырға йыйына. Америка министры Джеймсҡа һылтанып Ҙе Уол Стрит Джорнал хәбәр итеүенсә, Европала көстәрҙе арттырыу Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙең насарайыуына бәйле. Министр шулай уҡ Нато блогына ингән илдәрҙе хәрби сығымдарҙы арттырырға саҡырған.
22-се июндә, Бөйөк Ватан һуғышы башланған көндө, Өфөлә Хәтер акцияһы иғлан ителә. Иртәнге сәғәт 4-тә Еңеү паркында Мәңгелек ут эргәһендә митинг ойоштороласаҡ. Митинг һуңынан ветерандар, волонтерҙар, хәрби-патриотик клубтар тәрбиәләнеүселәре, ҡала хакимиәте вәкилдәре Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙарҙы бер минутҡа тын ҡалып иҫкә аласаҡ. Артабан программала Мәңгелек ут мемориалына сәскәләр һалыу һәм Хәтер шәме акцияһы ҡаралған.