Өфөлә парк, скверҙарҙы һәм халыҡ күпләп йөрөгән урындарҙы серәкәй, талпандарға ҡаршы эшкәртеү башланды

Тулыраҡ: Өфөлә парк, скверҙарҙы һәм халыҡ күпләп йөрөгән урындарҙы серәкәй, талпандарға ҡаршы эшкәртеү башланды

Был саралар 25 июнгә тиклем дауам итәсәк. 10 көн эсендә Өфөлә 417 гектар майҙан бөжәктәргә ҡаршы махсус препараттар менән эшкәртеләсәк. Дезинфекция иртәнге сәғәт 4 менән 7 араһында, кешеләр булмаған ваҡытта башҡарыла. Белгестәр билдәләүенсә уның кеше һаулығы өсөн зыяны юҡ.