Ултырышты Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов алып барҙы. Унда районды аяҡҡа баҫтырыу буйынса план тикшерелде һәм бер нисә өҫтөнлөклө йүнәлеш билдәләнде. Тәүҙә иһә республика хөкүмәте делегацияһы төбәктәге проблемалар менән танышты. Яңы Монасип һәм Иҫке Монасип ауылдарын Ағиҙел аша аҫмалы күпер тоташтыра. Ул бер нисә йыл элек һалынған һәм хәҙер хәүеф тыуҙыра. Йыл да кешеләр күпер емерелеп төшмәһен өсөн өмә ойоштороп, төҙөкләндереп тора. Тик, былай оҙаҡ йылдар дауам итә алмай, тип борсола ауыл халҡы. Ошондай уҡ хәл Нәби ауылында ла күҙәтелә. Халыҡ бер нисә йыл иҫке күперҙән йөрөргә мәжбүр. Яңы һәм Иҫке Монасип ауылдарынан айырмалы бында яңы күпер һалына башлаған. Төҙөүселәр бетон бағаналарын ултыртып сыҡҡан. Планға ярашлы, яңы күперҙең киңлеге автомобиль үтерлек итеп 4 метрҙан ашыу буласаҡ һәм ул тиҙҙән сафҡа инәсәк, тип күҙаллана. Нәбиҙә мәктәп мәсьәләһе лә киҫкен тора. Балалар емерелеп барған ағас бинала уҡырға мәжбүр. Район үҙәгендә лә мәғариф учреждениелары менән проблема бар. Иҫке Собханғол ауылының дөйөм белем биреү мәктәбендә ҡышын мейес яғып кластарҙы йылыталар. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн тағы бер нисә йыл кәрәк буласаҡ. Әле яңы бинаның проекты әҙерләнә. Иҫке Собханғол һәм башҡа ауылдарҙан уҡыусыларҙы алып килеп уҡытыу өсөн Бөрйән үҙәгендә урта белем биреү мәктәбе төҙөкләндерелә һәм интернат төҙөлә. 120 урынға иҫәпләнгән бина 2016 йылда сафҡа инәсәк. Был обьекттар күп мәсьәләләрҙе хәл итәсәк, ти белгестәр. Бөрйәндә туризмды үҫтереү кәрәклеге бер нисә йыл ҡуҙғатыла һәм ниһәйәт һөҙөмтәләр күренә башланы. Һуңғы йылдарҙа ҡабул ителгән ҡарарҙар арҡаһында туристар һаны артҡан. Шулай уҡ, районға тармаҡты үҫтереү өсөн федераль ярҙам күрһәтеләсәк. Башҡортостан хөкүмәте ағзалары райондың үҫешен тәьмин итә алырлыҡ тағы бер тармаҡҡа туҡталды. Әммә, ул йүнәлештә лә хәл итәһе мәсьәләләр бар.Бөрйән – урмандарға бай төбәк. Район биләмәһенең 80 проценттан ашыуын ағастар ҡаплаған. Урындағы бюджетты тулыландырыу һәм халыҡты эш менән тәьмин итеү өсөн урман хужалығын үҫтереү зарур. Тик, иҡтисади көрсөк арҡаһында ойошмалар туҡтап ҡалған. Кәңәшмәлә билдәләнәүенсә, районда ошондай тиҫтәләгән ойошма бар.Предприятиеларҙың эшмәкәрлеген йәнләндереү өсөн бер нисә ҡарар ҡабул ителде. Район хакимиәтенә Башҡортостан хөкүмәте менән берлектә аныҡ саралар планы әҙерләргә ҡушылды. Кәңәшмәлә инфраструктура булдырыу, юлдар-күперҙәр һалыу, ауыл хужалығын үҫтереү, кешеләрҙе хеҙмәт урындары менән тәьмин итеү, социаль учреждениелар төҙөү йүнәлештәре лә билдәләнде. Һуңғы йылдарҙа Бөрйәндән эшһеҙлек арҡаһында кешеләр күпләп күсеп китһә лә, демография хәле яҡшыра бара. Ә был иһә райондың киләсәге бар, тигән һүҙ. З.Ш.Р.Х. Хәбәрҙәр-Башҡортостан. Бөрйән районы.
Иҫке Собханғол ауылында Бөрйән районының социаль-иҡтисади үҫешенә арналған кәңәшмә үтте
Тулыраҡ: Иҫке Собханғол ауылында Бөрйән районының социаль-иҡтисади үҫешенә арналған кәңәшмә үтте