Ураҙаның маҡсаты — иманды нығытыу, рухи үҫешкә өлгәшеү, йәшәүҙең асылы, өҫтөнлөктәре хаҡында уйланыу. Иманлы кешеләр өсөн ураҙа, тәү сиратта, рухи һәм физик яҡтан сафланыу, тыйылған сара һәм күренештәрҙән ситтә тороу мөмкинлеген бирә. Асия Мансурованың оҫта ҡулдары тәмле ризыҡтар бешерә. Тәбикмәк, бәлештәр, сәк-сәк һәм төрлө тәмләткестәр, һый-хөрмәт менән тулы өҫтәл хужабикәнең оҫталығы хаҡында һөйләй. Рамаҙан айын ҡаршылағанда күршеләрен, яҡындарын, туған-тыумасаһын саҡырып һыйлау был ғаиләлә йолаға әүерелгән. Рамаҙан айы барышында ураҙа тотоусы кешеләрҙе киске ашҡа, ифтарға йыйыу йолаһы бар. Был ғәмәлде башҡарыу сауаплы һанала.Олатай-өләсәйҙәренән күреп, Асия Мансурова бәләкәй саҡтан уҡ ураҙа тоторға хыялланған. Бына инде 15 йыл ул изге ғәмәлде башҡара.Уҡыған доғаларым тормошта ярҙам итә, ти хужабикә. Ҡөръән – уның өҫтәл китабына әйләнгән, ғәрәпсә яҙыуҙары лә һыу кеүек эсә.Атанан күргән уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән, тигәндәй, Мансуровтарҙың ҡыҙҙары ла ата-әсәһенә оҡшап, дин юлын һайлаған. Ураҙа тотоуҙа әллә күпме аҡыл һәм мәғәнә ята. Кеше ас икән, ул ярлы кешенең һәм бер ваҡытта ла тиерлек туҡ булмағандарҙың да хәленә инә, аңлай башлай, уларға ярҙам итергә тырыша.
Рамаҙан – исламдағы 12 айҙың солтаны, йәннәт ҡапҡалары асылған ай. Ул ураҙа тотоуға ғына ҡайтып ҡалмай, был изге айҙа кешеләр көндөҙ ашауҙан баш тартып, башҡа бик күп изге ғәмәлдәр башҡарырға тейеш, тиелә Ҡөрьән Кәримдә. Күптәр тап ошо айҙа беренсе тапҡыр мәсеткә килә, был изге йортҡа оҙаҡ аяҡ баҫмағандар ҙа ураҙа айында иман йортона йышыраҡ барырға тырыша.