Тәфтишселәрҙең күҙаллауынса, улар һатыусыларҙың иғтибарһыҙлығынан файҙаланып сауҙа нөктәләрендә аҡса урлаған. Кибеттәрҙең береһендә аҡса урлау мәлен күҙәтеү камераларына төшөрөп алған. Күренеүенсә, мутлашыусылар алдан билдәләнгән план буйынса эш итә. Ир-егеттәрҙең береһе арзанлы тауар һатып алған булып, касса янына килә. Түләү өсөн 5 мең һумлыҡ ҡағыҙ аҡса күрһәтә. Һатыусы ҡайтарым әҙерләгән ваҡытта, төрлө һорауҙар биреп, уны албырғыта. Һөҙөмтәлә, ҡулындағы 5 меңде һиҙҙермәй кире һалып ала, шул уҡ ваҡытта, ҡайтарым аҡсаһын да ала. Бер нисә минуттан шул уҡ кибеткә тағы ла бер ир кеше инә. Һәм шундай уҡ схема буйынса 4 меңдән ашыу аҡса алып сыға. Ярты сәғәт эсендә улар кибеткә 9 мең тирәһе зыян килтерә. Әлегә ир-егеттәрҙең кем икәнлеге билдәһеҙ, тәфтишселәр уларҙың шәхесен асыҡлай.
Өфөлә полиция хеҙмәткәрҙәре ике ир-егетте эҙләй
Тулыраҡ: Өфөлә полиция хеҙмәткәрҙәре ике ир-егетте эҙләй