„Тымыҡ океан Еңеү маршруты„нда ҡатнашыусылар кисә Өфөлә туҡтап үтте. Колонна 2-се июндә Владивосток ҡалаһында старт алғайны, ике ай эсендә 5 автобилдән торған экипаж Рәсәйҙең 44 ҡалаһы аша үтергә, Севастополь ҡалаһынан Санкт-Петербургҡа етеп Япон, Ҡара, Балтик диңгеҙҙәрен тоташтырырға ниәтләй. Автомобиль йөрөшө Бөйөк Еңеүҙең һәм Икенсе Донъя һуғышы тамамланыуҙың 70, Афғанстандан ғәскәрҙәр сығарылыуҙың 26 йыллығына арнала.Ҡалалар буйлап барабыҙ, һәммәһе лә сәләм юллап ҡала. Битарафтар юҡ, шуныһы һөйөнөслө. Был акция башҡаларҙан шуныһы менән айырыла – автойөрөштә патриотик йүнәлештәге автор йырын башҡарыусылар ҡатнаша, туҡталған ҡалаларҙың хәрби частарендә улар концерттар менән сығыш яһай. Өфө — маршруттағы 15-се ҡала, шулай итеп, экипаждарға Башҡортостан вәкилдәре лә ҡушылды. Акцияла ҡатнашыусылар Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың Республика йыйылма пунктында сығыш яһаны.
Республика юлдарынан ,,Хәрби туғандашлыҡ,, һәм ,,Десант туғандашлығы,, хәрәкәттәре ағзалары ойошторған патриотик автомобиль йөрөшө үтә
Тулыраҡ: Республика юлдарынан ,,Хәрби туғандашлыҡ,, һәм ,,Десант туғандашлығы,, хәрәкәттәре ағзалары ойошторған патриотик автомобиль йөрөшө үтә