Шарандан пенсияға сыҡҡан ҡатын икмәк бешереү цехы асҡан

Тулыраҡ: Шарандан пенсияға сыҡҡан ҡатын икмәк бешереү цехы асҡан

Хәҙер эргә-тирәләге ауылдарҙа йәшәүселәр хуш еҫле икмәк һатып ала. Надежда Дәүләтова 30 йыл балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас, икмәк бешерергә ҡара итә. 15 йыл элек Шаранға икмәкте күрше райондарҙан килтергән булалар.Элекке мунсаны икмәкханаға әйләндереп, йыһазландырып алыу әллә ни еңелдән булмай. Хәҙер иһә яңы һулыш алған бинала икмәктең 8 төрөн бешерәләр. Тик тәбиғи ингредиенттар ғына ҡулланғанлыҡтан ул 10 көнгәсә һаҡлана ала.Ҡамырҙы махсус машина ярҙамында баҫһалар ҙа, ҡалған эш ҡулдан башҡарыла. Һәр буханка өсөн 750 гр ҡамыр талап ителә. Цехта барлығы 63 кеше эшләй. Икмәктән башҡа бында бәлеш, кондитер изделиеларына заказдар ҙа ҡабул ителә. Тәмлекәстәрҙең генә 80 гә яҡын төрө сауҙаға сығарыла. Бынан тыш, ярымфабрикаттар ҙа етештерелә. Улар араһында – билмәнгә һорау ҙур. Көнөнә 15 килограмғаса билмән эшләнә.Надежда Дәүләтованың икмәкханаһы хәҙер үҙҙәренең ауылын ғына түгел, ә күрше райондарҙы ла хуш еҫле икмәк менән тәъмин итә.