Өфө “Шаляпин кистәре “ Халыҡ-ара опера сәнғәте фестиавлен ҡаршы ала

Тулыраҡ: Өфө “Шаляпин кистәре “ Халыҡ-ара опера сәнғәте фестиавлен ҡаршы ала

Фестиваль күптән көтөлгән опера — Фауст менән асыласаҡ. Тәүге премьера көнөндә операның Мефистофель партияһында яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ артисы, Мариин театры солисы Асҡар Абдразаҡовтың сәхнәгә сығыуы көтөлә. Әле һуңғы репетициялар бара. Доктор Фаустың тарихы – романтик-композиторҙарҙың яратҡан темаларының береһе. Гете трагедияһының магияһы ул осорҙа Шуберт, Берлиоз, Лист һәм башҡа композиторҙарҙың ижадын солғап ала. Уларҙың һәр береһе үҙ версияһын тәҡдим итә. Әммә Шарль Гуно яҙған мистик драма опера сәнғәтендә ныҡлы урын ала һәм быуат ярымдан ашыу донъя сәхнәләренән төшмәй. Башҡорт опера һәм балет театрында ла ул бер нисә тапҡыр ҡуйыла. Илһам Вәлиев Фауст партияһында сәхнәгә икенсе тапҡыр сыға. Әммә был юлы әҫәр француз телендә башҡарыласаҡ. Техник яҡтан да операның ҡатмарлы булыуы көтөлә.Яҡтылыҡтың да йылдам үҙгәреүе спектаклгә динамика өҫтәй.Мефистофель партияһында тәүге премьера көнө тамашасылар Асҡар Абдразаҡовты күрәсәк. Ә 14 июлдә уны Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артур Ҡәйепҡолов алмаштыра.Мефистофель опера театры йырсыларының уҡытыусыһы Салауат Асҡаровтың да уңышлы партияларының береһе. Премьера алды репетицияһында был образда Айгиз Ғиззәтуллин сәхнәгә сыҡты. Үлем һәм йәшәү, фәрештәләр һәм ғазраил темаһы бер ваҡытта ла тамашасы иғтибарын битараф ҡалдырмаясаҡ. Шулай ҙа 1859 йылда премьера спектакленән һуң “Фауст” операһын тамашасы яҡшы ҡабул итмәй. Тик ижад миҙгеленең аҙағына ғына, 59 тапҡыр сәхнәгә сыҡҡандан һуң уның популярлығы арта. Премьеранан һуң ун йыл үткәс, Париждағы Ҙур опера театры өсөн Шарль Гуно диалогтарҙағы ябай һөйләшеүҙәрҙе лә йырлау менән алмаштыра һәм балет күренештәрен өҫтәй.Тап шунан һуң опера киң билдәлелек яулай.Режиссер Георгий Исаакян, киреһенсә, тотошлай балеттан торған сәхнә өлөшөн төшөрөп ҡалдырыу яҡлы.Операны сәхнәгә ҡуйыусылар тамашасыларға сағыу образдар, костюмдар төрлөлөгөн һәм хис-тойғоларҙың ҡайнап торасағын вәғәҙәләй. “Шаляпин кистәре” фестиавле лә башынан аҙағына тиклем ҡыҙыу темпта барасаҡ.Фестиваль тамашасыларҙы төрлө концерттар, осрашыуҙар менән 25 сентябргә тиклем һөйөндөрәсәк.