Республика башлығы был турала Новости мәғлүмәт агентлығына биргән интервьюһында белдерҙе.Аэропорт, отельдәр, юлдар әҙер. Конгресс холл бинаһы төҙөкләндерелде. Башҡортостан концерт залы яңыртылды. Аэропорттың халыҡ-ара терминалы төҙөлдө. Хәҙер ул сәғәтенә 800 пассажирҙы хеҙмәтләндерә ала. Әле беҙ саммиттың көн тәртибен тикшерәбеҙ. Мин ШОС илдәренең төбәк кимәлендә хеҙмәттәшлек итеүен теләйем. Был беҙҙең өсөн бик мөһим. Беҙҙең өсөн шулай уҡ Башҡортостанды донъяға танытыу ҙа мөһим.тигән республика башлығы. Рәсәй тәү сиратта үҙенең төбәктәре менән бай һәм көслө. Беҙ саммиттар уңышлы үтһен өсөн барыһында эшләйәсәкбеҙ тигән республика башлығы.
Башҡортостан ШОС һәм БРИКС саммиттарына тулыһынса әҙер
Тулыраҡ: Башҡортостан ШОС һәм БРИКС саммиттарына тулыһынса әҙер