Абруйлы сарала Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге республика делегацияһы ла ҡатнаша. Рөстәм Хәмитов Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының эшлекле форумында сығыш яһап бизнес вәкилдәре араһында хеҙмәттәшлекте яңыса ҡороу кәрәклеген билдәләне. Был йәһәттән Көнбайыш Ҡытайҙан Европаға юл төҙөлөшө һәм Ҡытай менән Рәсәй субъекттары араһында һауа бәйләнеше булдырыу ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә, тине Рөстәм Хәмитов.Иҡтисади форумда Башҡортостандың иҡтисади мөмкинлектәренә арналған махсус экспозиция ла эшләй. Унда инвестиция сәйәсәте, яңы проекттар тураһында мәғлүмәттәр урынлаштырылған. Форумда ҡатнашыу донъяның эшлекле даирәләре менән туранан-тура бәйләнештәр булдырыу мөмкинлеге бирә. Ҡунаҡтар республиканың инвестиция ҡеүәте, ошо өлкәләге проекттар менән яҡындан таныша ала.
Санкт-Петербургта халыҡ-ара иҡтисади форумдың бөгөн икенсе көнө
Тулыраҡ: Санкт-Петербургта халыҡ-ара иҡтисади форумдың бөгөн икенсе көнө