Иҫкәртелгән, тимәк, ҡоралланған

Тулыраҡ: Иҫкәртелгән, тимәк, ҡоралланған

Йәй миҙгеле Башҡортостан таможняһы хеҙмәткәре өсөн өҫтәмә мәшәҡәттәр осоро. Баш ҡаланың һауа вокзалына донъяның төрлө дәүләттәренән ҡайтыусы юлсылар багажын тикшереү һәм тыйылған әйберҙәрҙе асыҡлау бермә-бер арта. Сәйәхәтселәр үҙ сумкаларында тәмәке ҡабынан келәмдәргә тиклем йәшерергә тырыша. Һалҡын ҡоралдарҙы, мәҫәлән, Төркиә, Таиланд йүнәлешенән йышыраҡ алып ҡайталар. Урта Азиянан иһә көнкүреш техникаһы, запас частәр ташыйҙар. Сәйәхәтселәр Рәсәй ҡануниәтен ныҡлап белмәһә лә, сит илдәргә индереү, йәки сығарыу сикләнгән тауарҙар исемлеге менән яҡшы таныш, тиҙәр таможня хеҙмәткәрҙәре. Евро һәм долларға хаҡтарҙың артыуы сәбәпле күстәнәскә спиртлы эсемлектәр алып ҡайтыусылар һаны ҡырҡа аҙайған. Сәйәхәтселәр хәҙер сувенирҙарға өҫтөнлөк бирә.

Рәсәй сиген үткәндә багаждағы һәр әйбергә иғтибарлы булыу талап ителә. Беҙҙең илгә тәмәке, спиртлы эсемлектәр генә түгел, ә картуф индереү ҙә ҡәтғи тыйылған. Әгәр ҙә һеҙҙең әйберҙәрегеҙ араһында үлән орлоғо, 10 ҡап тәмәке, ағас үҫентеләре, декларацияға индерелмәгән ун мең евро, ошо уҡ күләмдә америка доллары бар икән – был административ эш ҡуҙғатыу менән янай.Ялға юлланыусыларға тағы ла бер кәңәш бирә таможня хеҙмәткәрҙәре. Сәфәр һуңы күңелһеҙ тамамланмаһын өсөн Рәсәй ҡануниәтен иҫтән сығармау. Иғтибарлы булыу әлегә бер кемгә лә зыян килтергәне юҡ.