Австрияның иҡтисад белгестәре Рәсәйгә ҡарата индерелгән санкцияларҙан күрелгән зыян күләмен 100 миллиард евроға баһалаған. 2 миллион кеше эш урындарын ҡалдырған. Илдең иҡтисади тикшеренеүҙәр институты хисаптарынан күренеүенсә, санкциялар сәйәсәтенән Рәсәй түгел, ә Европа берлеге илдәре зыян күрә. Әгәр ошондай сәйәсәт һаҡланған осраҡта Германия иҡтисадын да ҡатмарлыҡтар көтә.
Америка Конгресы сенаты, Аҡ йорттоң ҡаршы булыуына ҡарамаҫтан, Украинаға хәрби ярҙам күрһәтеү өсөн 300 миллион доллар бүлеү тураһындағы закон проектын хуплаған. Украинаға был аҡсаға радарҙар, танктарға ҡаршы ҡорал һатып алырға йыйына.
Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының гуманитар ярҙам тейәгән колоннаһы Луганск һәм Донецкийға килеп еткән. Бар машиналар ҙа төҙөк, юлда күңелһеҙ осраҡтар теркәлмәгән. Үткән йылдың авгусынан Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына Рәсәйҙән 37 мең тонна гуманитар ярҙам оҙатылған.
Киләһе ун йылда нефттең бер барреленә хаҡ 100 долларҙан артмаясаҡ. Нефть экспортлаусы илдәр ойошмаһы ошондай күҙаллауҙар яһаған. Уға ярашлы, 2025-се йылда нефть хаҡы 75 доллар самаһы буласаҡ. Икенсе фараздар буйынса, 2025-се йылға ҡара алтын арзанайып 40 долларға етәсәк. ОПЕК ойошмаһы белгестәре киләһе ун йылда хаҡтар артасағын күҙалламай.