Өфөлә ҡояш батареялары ярҙамында эшләүсе туҡталыш барлыҡҡа килде

Тулыраҡ: Өфөлә ҡояш батареялары ярҙамында эшләүсе туҡталыш барлыҡҡа килде

Көндөҙ ҡояш батареялары энергия туплай, ә кисен уның ярҙамында реклама, юл билдәле һәм башҡаланың тарихи урындары төшөрөлгән картиналар яҡтыртыла. Был проект шәхси инвестициялар иҫәбенә тормошҡа ашырылған. Башҡортостанда был йүнәлештә әүҙем эшмәкәрлек алып барыла. Бөтә Рәсәйҙә берәү генә булған “йәшел” йорт та Башҡортостанда урынлашҡан. Йорт хужаһы өйҙө йылытыу өсөн газ, ташкүмер, йә иһә утын ҡулланмай. Ул геотермаль ысул менән, ерҙең ҡыҙыу үҙенсәлеген ҡулланып йылытыла. Ә ҡыйыҡҡа урынлаштырылған ҡояш коллекторҙары йор хужаларын эҫе һыу менән тәьмин итә. “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығында ла “йәшел” йорттар төҙөү мөмкинлеге ҡарала.