Республикабыҙҙы һәм башҡорт балын донъяға танытыу йәһәтенән был ғәйәт мөһим сара

Тулыраҡ: Республикабыҙҙы һәм башҡорт балын донъяға танытыу йәһәтенән был ғәйәт мөһим сара

Бер-нисә минут элек кенә Республика йортонда Апимондия конгресын үткәреү һәм ойоштороу буйынса кәңәшмә тамамланып тора. Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Зәки улы сығыш яһап, әҙерлекте тиҙләтергә ҡушты. Республикабыҙҙы һәм башҡорт балын донъяға танытыу йәһәтенән был ғәйәт мөһим сара, тине Рөстәм Хәмитов. Төбәк башлығы умартасыларҙың Халыҡ-ара 47-се конгресына әҙерлек сиктәрендә тәү сиратта хәл ителә торған иң мөһим мәсъәләләрҙе билдәләп үтте. Бөтә донъя форумын Башҡортостанда үткәреү өсөн көрәштә еңдек, хәҙер инде уны лайыҡлы кимәлдә ойошторорға кәрәк, тине Рөстәм Хәмитов. Рәсәй төбәктәре араһында бал етештереү буйынса Башҡортостан беренсе урында килә. Уны экспортҡа сығарыу өсөн тиҙ арала лабороторияларҙы сафҡа индерергә кәрәк. 2021 йылда Өфөгә «Апимондия» конгресына донъяның төрлө илдәренән ҡунаҡтар килеүе көтөлә. Уларҙың мотлаҡ Башҡорт балы йортонда, Республика халыҡ медицинаһы һәм апитерапия үҙәгендә булыуы көтөлә. 2021 йылда иһә умартасылыҡ продукцияһын эшкәртеү буйынса республика комбинатын һәм башҡорт бал ҡорттарын үрсетеү буйынса тоҡомсолоҡ умарталығын файҙаланыуға тапшырыу ҙа күҙаллана. Халыҡ-ара умартасылар федерацияһының 47-се конгресы 2021-се йылдың 20-25 сентябренә планлаштырылды. Фестивалгә бар донъянан ун меңдән ашыу ҡатнашыусы килеүе көтөлә.