Был һорау хәҙер күп ғаиләләрҙе борсой. Быйыл ғинуарҙан алып июлгә тиклем генә Башҡортостан халҡы 29 меңдән артыҡ торлаҡ кредитын рәсмилләштергән. Халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн ниндәй саралар күрелә? Нурмөхәмәтовтар ғаиләһе быға тиклем эш урынынан бирелгән фатирҙа йәшәгән. Балалары ҙурайып килеү һәм йәшәү майҙаны тығыҙ булыу сәбәпле, улар ике йыл элек Өфөлә ипотекаға фатир алалар. Нурмөхәмәтовтар ғаиләһе тәүҙә ҡалаға яҡын урынлашҡан ауылдан ер участогын һатып алып, өй төҙөргә лә уйлаған. Әммә балаларҙы көн һайын мәктәпкә һәм балалар баҡсаһына йөрөтөү ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Күптәрҙе, бигерәк тә йәш ғаиләләрҙе торлаҡ мәсьәләһе борсой. Берәүҙәр ер участогын һатып алып, йорт төҙөргә ниәтләһә, икенселәре иһә әҙер фатирға күсеүҙе хуп күрә. Романовтар ғаиләһе, мәҫәлән, Дим районындағы ике бүлмәле фатирын һатып, ауылда йорт төҙөй башлай. Ике балаһы инвалид булыу сәбәпле уларға ер участогы бушлай бирелә. Ауылда өй һалыу күп көс талап итә. Әле йорттоң эшләнәһе эштәре лә бихисап. Бынан тыш, юлдың насар булыуы арҡаһында, бигерәк тә мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн унан йөрөүе ауырға тура килә. Үҙәк банктан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл ғинуарҙан июлгә тиклем генә Башҡортостан халҡы 29 меңдән артыҡ торлаҡ кредитын рәсмилләштергән. Шуларҙың 98 проценты ипотека өсөн алынған. Республикала яңы фатир, йә иһә ер участогын һатып алыу өсөн төрлө саралар күрелә. Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты күп фатирлы йорттар һалған төҙөүселәрҙе лә тикшереп тора. Былтыр республиканың төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты 27 пландан тыш тикшереү ойошторғайны. Федераль программаға ярашлы граждандарҙы авариялы торлаҡ фондынан күсереү башҡарыла, йәшәү шарттарын яҡшыртырға теләгәндәр өсөн дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Шулай ҙа, ер участогында йорт төҙөү йәки ипотекаға фатир һатып алыу мәсьәләһен һәр кем үҙенсә хәл итә.
Ер һатып алып йорт төҙөргәме әллә әҙер яңы фатирға күсергәме?
Тулыраҡ: Ер һатып алып йорт төҙөргәме әллә әҙер яңы фатирға күсергәме?