Республикала картуф йыйыу миҙгеле башланды

Тулыраҡ: Республикала картуф йыйыу миҙгеле башланды

Хужалыҡтар быйылғы уңыш үткән йылдарҙағынан күпкә мулыраҡ, тип белдерә. Быйыл Башҡортостанда 60 меңгә яҡын гектарҙа картуф сәселгән.

Дания һәм Эрнест Кәримовтар өсөн картуф сәсеү һәм уны йыйып алыу айырым бер йолаға әйәләнгән. Улар йылда бер төптән кәм тигәндә 10-ға яғын картуф ала. Уның сере картуф менән бергә лимон һәм йомортҡа ҡабығы, ноғот борсағын ҡушып сәсеү, ти хаҡлы ялдағы Кәримовтар. 2018 йылда республикала барлығы 52 мең гектар ерҙә картуф сәселгән. Шуның 2.5 мең гектары шәхси хужалыҡтарға тура килә. Аграрийҙар билдәләүенсә, быйылғы уңыш былтырғынан ике тапҡырға күберәк. Быны улар яҡшы һауа шарттары булыуы менән бәйләй. Башҡорт дәүләт аграр университеты селекционерҙары үҙҙәре уйлап сығарған сорттарҙың һөҙөмтәһен тикшерә. Йәш белгестәр Башҡортостан ерендә үҫә алырлыҡ картуфтың яңы төрөн үҫтерә. Башҡортостандың Урал аръяғы райондарында ҡайһы бер хужалыҡтар ямғырҙар яумау сәбәпле картуфтың уңмауына зарлана. Шулай ҙа республикала быйыл картуфҡа ҡытлыҡ булмаясаҡ, тип тынысландыралар ауыл хужалығы министрлығында. Әлегә республикала 150 гектар ерҙән 3 мең 271 кг картуф алынған. Һәм алдағы ике аҙнала эштәр тулыһынса тамаланыр, тип көтөлә.