Цифралы десант Баймаҡта

Тулыраҡ: Цифралы десант Баймаҡта

Рәсәй-Башҡортостан каналының “Цифралы десанты” республика буйлап үҙенең сәйәхәтен дауам итә. “Башҡортостан” дәүләт теллерадиокомпанияһы һәм РТРС хеҙмәткәрҙәре Баймаҡҡа барып, цифралы телевидениеның үҙенсәлектәре менән урындағы халыҡты таныштырҙы. «Рәсәй-Башҡортостан» телеканалының цифралы десанты Баймаҡта Цифраны тоҡандырҙы. РТРС менән берлектә ойошторолған акция сиктәрендә районда заманса телевидение эраһына старт бирелде. Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында ике меңдән ашыу кешенең йыйылғанын иҫәпкә алғанда, был ваҡиғаны урындағы халык күптәнән көткән,тип әйтергә мөмкин. Бөгөнгө көнгә Баймаҡта йәшәүселәрҙең 91% проценты цифралы телевидениены ҡарай ала. Был район буйлап төҙөлгән яңы вышкалар ярҙамында башҡарыла. 8 телебашня юғары сифатлы сигналды тарата. Акция сиктәрендә цифралы десант райондың күп балалы ғаиләләре менән дә таныша. Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Алтынбаевтарҙың 9 балаһы, шул иҫәптән, араларында тәрбиәгә алынғандары ла бар. Бәхетле ғаиләнең барлыҡҡа килгәненә быйыл 20 йыл. РТРС хеҙмәткәрҙәре уларға бүләккә цифралы телевидениены ҡарау мөмкинлеген биргән приставка бүләк итте. Цифралы приставкалар отоу мөмкинлеген "цифраны тоҡандыр" акцияһында ҡатнашыусылар ҙа алды. Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында йыйылыусыларҙың алып барыусының һорауҙарына дөрөҫ яуап ҡайтарғандары бүләктәрһеҙ ҡалманы. Ә Ирәндектең иң бейек түбәһенең бейеклеген әйтеүсегә, төп приз — телевизор эләкте. Дыуан районындағы кеүек, был юлы ла төп призды еңеүсе — үҫмер егет ине. Конкурстарҙан тыш, концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.Рәсәй Башҡортостан телеканалының цифралы десанты Баймаҡта "цифраны" ғына түгел, халыҡтың күңелдәрендә лә осҡон тоҡандырҙы, дәрт, рух өҫтәне. Сараға килгәндәр йырҙар тыңлап, бейеүҙәр ҡарап, эфир йондоҙҙары менән аралашып күңелле ваҡыт үткәрҙе. Өҫтәүенә, байрам һуңындагы дискотекала Ди-джей Фәтихтең дәртле композицияларына бейемәгән кеше ҡалманы. Тиҫтәләгән бүләктәр, меңәрләгән шат йөҙҙәр – “цифраны тоҡандыр” акцияһы ысын мәғәнәһендә, халыҡтың байрамына әйләнде. Рәсәй-Башҡортостан каналының “цифралы десанты” республика буйлап сәйәхәтен дауам итәсәк. Уның турала һеҙ “Хәбәрҙәр” һәм “Хәйерле иртә, Республика” тапшырыуҙарын ҡарап белә алаһығыҙ.