Теүәл ун йыл элек Башҡортостандың Дәүләт гимнының һүҙҙәре ҡабул ителде

Тулыраҡ: Теүәл ун йыл элек Башҡортостандың Дәүләт гимнының һүҙҙәре ҡабул ителде

Ун биш йыл Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Иҙрисов ижад иткән гимн көйө һүҙһеҙ генә яңғыраны, ә 2008 йылда көйгә Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, шағир Рәшит Шәкүр һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбай һүҙҙәре ҡушылып, республикабыҙҙың дәүләт символы тулыланды. Гимндың рус телендәге тексын композитор үҙе һәм Светлана Чураева яҙҙы. Башҡортостан гимны һәр йыр коллективының репертуарында бар һәм ул төбәктә генә түгел, Башҡортостан халҡы ҡатнашҡан халыҡ-ара байрамдарҙа, Рәсәйҙә үткән төрлө сараларҙа ла яңғырай.