Республика башлығы Рөстәм Хәмитов бөгөн Мәскәүҙә ТАСС агентлығында Рәсәй һәм сит илдәрҙең киң мәғлүмәт саралары хәбәрселәре менән осраша. Ул ШОС һәм БРИКС илдәренең Өфөлә үтәсәк бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумына арнала. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, эшҡыуарлыҡ иҡтисадты яңы кимәлгә сығара ала. ШОС һәм БРИКС илдәрендә ер шарында йәшәгән халыҡтың 41 проценты йәшәй. Йәғни, иҡтисади ҡеүәте ғәйәт ҙур. Бәләкәй эшҡыуарлыҡтың иһә ШОС һәм БРИКС илдәрендә яңы эш урындары булдырыуҙа роле бик ҙур. Уға тиклем Башҡортостан етәксеһе Ҡытай вәкилдәре менән осрашып Өфөлә мәғариф үҙәге ойоштороу тураһындағы һөйләште. Ул һөнәри белем биреү буйынса халыҡ-ара проект сиктәрендә барлыҡҡа киләсәк. Килешеүгә ҡул ҡуйыу тантанаһында Рөстәм Хәмитов, Ҡытайҙың Циндао ҡалаһы мэры ҡатнашты. Бынан тыш, Башҡортостан менән Ҡытай араһында иҡтисади мәнөсәбәттәргә һәм белем биреү өлкәһенә ҡағылышлы башҡа килешеүҙәр ҙә төҙөлдө.
Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә ТАСС агентлығында хәбәрселәр менән осрашты
Тулыраҡ: Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә ТАСС агентлығында хәбәрселәр менән осрашты